Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Иглинский район Республики Башкортостан

Иглин районы аграрийҙары һөнәри байрамдарын билдәләне

8 Ноября 2018
5
0

Йыл һайын йәш фермерҙарҙарға һәм кооперативтарға дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Атап әйткәндә, хужалыҡтарҙың береһе "Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү" республика программаһында ҡатнашып ете миллион һум аҡса алған.

Был сумма ҡураларҙы ремонтлауға йүнәлтелгән. Ике йыл элек бында районда тәүге һуғым цехы барлыҡҡа килгән. Ә бына урындағы сыр етештереү йәмғиәте һәм ҡошсолоҡ кооперативы 3 миллион һум алыу өсөн кәрәкле документтар тапшырған. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантанала тармаҡ алдынғылары министрлыҡ һәм район хакимиәтенең дипломдары менән бүләкләнде.

Юғары награда алыусылар араһында "Юнысов" крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәре Дамир Мәрҙәнов та бар. Быйыл тырыш егет өс мең тоннаға яҡын мал аҙығы әҙерләгән һәм 700 тонна иген һуғып алған.

Дамир Мәрҙәнов, крәҫтиән-фермер хужалығы комбайнеры: “КФХ “Юнысов”та мин өсөнсө йыл эшләйем. Быйыл яҡшы уңыш алдыҡ. Бер гектарҙан ҡырҡ центнер бойҙай сыҡты”.

https://bash.news/news/83549_iglin_rajony_agrarijary_nri_bajramdaryn_bildlne?lang=bash

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Иглин районы аграрийҙары һөнәри байрамдарын билдәләне