Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Иглинский район Республики Башкортостан

Ер кешеһенең йыры көйлө

18 Августа 2017
16
0

Фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың исеме күптәргә таныш. Республикала тәүге фермер-эшҡыуарҙарҙың береһе ул. Уның бар булмышы, уй-маҡсаттары, хыялдары ауыл хужалығы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән. 
1980 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлау менән, башкөллө эшкә сума егет. Төрлө йылдарҙа баш агроном вазифаһын да башҡара, сөгөлдөр ҙә үҫтерә, һөт етеш­тереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, уның исеме бик күп колхоздарҙың яҙмышы менән үрелгән тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Мәҫәлән, 1987 йылда Иглин районының “Оло Тәләк” совхозына урынлашҡанда ла утыҙ йыл ошонда эшләрмен тип һис уйламай. Ә бит был хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә ул. Иң мөһиме, ниндәй генә вазифалар биләп, ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт ололар менән бергә була, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, берәүҙе лә ярҙамынан өҙмәй. 
Хәсән Сәғитйән улының шул йылдарҙа уҡ заманса ҡарашы, алдан күҙаллай белеүе күптәрҙе хайран ҡалдыра. Бер генә миҫал. Булдыҡлы етәксе шанлы 90-сы йылдарға тиклем үк совхоз тиреҫен һатып, аҡсаһын тимергә алмаштырып, хужалыҡҡа техника һатып ала. 1991 йылда иһә ул крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Яйлап йылҡысылыҡҡа тотона. Келәт, һарай төҙөй. Тоҡомло мал алып ҡайта. Ҡасандыр ике-өс аттан баш­ланған хужалыҡта бөгөн 1200 баш тоҡомло йылҡы, йөҙләгән һарыҡ иҫәпләнә. Ҡыр өйрәктәре генә 2000-дән ашыу. Хатта сыбар болан менән айыуға тиклем бар. 
— Ауыл хужалығы ул бит ат, һыйыр малы менән генә сиклән­мәй. Был тармаҡтың мөм­кинлек­тәре сикһеҙ. Әлеге ваҡытта өйрәк итен ресторан хужалары яратып ала. Һуңғы йыл­дарҙа болан үрсетеү менән шөғөлләнә баш­ланыҡ. Йылҡы­сы­лыҡта, малсы­лыҡта иһә тәжрибәбеҙ етерлек. Ғөмүмән, фермерлыҡ, эшҡыуар­лыҡ аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр башланғыс күңелгә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек алып килергә тейеш. Хеҙмәтеңдән, тырышлығыңдан кинәнес алмай­һың икән, унан һиңә ни файҙа? — ти Хәсән Сәғитйән улы. 
Пландары ҙур эшҡыуарҙың. Әлеге көндә мең ярым урынлыҡ ат аҙбары төҙөйҙәр. Йылҡы итен һатыу буйынса республиканың ҡала-райондары менән генә түгел, Рәсәй, хатта ҡайһы бер БДБ илдәре менән дә хеҙмәт­тәшлек булдырғандар. 
— Ниндәй генә заманала йә­шәһәк тә, ер ҡәҙерен белгән кешеләр бер ваҡытта ла бөл­мәне. Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкәндәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең йыры көйлө. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Әммә тырыштарға эш ҡарышмай ул. Тик артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, — ти эшҡыуар.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф